АЛЬБАНОВ Валериан Иванович (26.5.1882, Өфө — 1919, ?), алыҫҡа йөҙөү штурманы, поляр тикшеренеүсе. 1891—94 йй. Өфө ир балалар гимназияһында уҡый. С.‑Петербургта алыҫҡа йөҙөү уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1904) Балтик флоты судноларында хеҙмәт итә. 1905 й. башлап төрлө гидрографик һәм сауҙа судноларында штурман. 1912 й. Г.Л.Брусилов арктик экспедицияһының штурманы булып “Изге Анна” шхунаһында С.‑Петербургтан Владивостокка тиклем Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап сыға. Кара диңгеҙендә шхуна йыл ярым дауам иткән боҙҙар дрейфына эләгә. 1914 й. яҙында А. етәкс. 13 кеше судноны ҡалдыра һәм боҙ өҫтөнән йәйәүләп Франц-Иосиф Еренә йүнәлә. Иҫән ҡалған А. м‑н матрос Конрадты Г.Я.Седов экспедицияһы ҡотҡара. А. экспедицияның ҡайһы бер фәнни материалдарын һаҡлап ҡала: боҙ, һауа, диңгеҙ тәрәнлектәре торошо т‑да яҙылған “Судно журналынан яҙмалар” (“Выписки из судового журнала”). А. карталарҙа күрһәткән Петерман Ере һәм король Оскар Ере утрауҙарының юҡлығы иҫбатлана. 1918 й. А. етәкс. Енисей й. урынлашҡан Дорофеев, Сечен, Мезенин морондарында судно юлдарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе билдәләр төҙөлә; Диксон утрауы ҡултығы тәрәнлектәре тикшерелә. 60‑сы йй. Кара диңгеҙендәге утрауға, Франц-Иосиф Еренең Гукер утрауындағы моронға А. исеме бирелә; 1972 й. “Валериан Альбанов” поляр гидрографик судноһы төҙөлә.

Хеҙм.: На юг, к Земле Франца-Иосифа! Пг., 1917.

Әҙәб.: Чванов М.А. Загадка штурмана Альбанова. М., 1981.

М.А.Чванов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018