ҠЫҪҠА КӨЙ, башҡ. муз. фольклористикаһында көй стиле (ҡара: Халыҡ музыкаһы). Термин әҙәбиәткә тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан типтәрҙәрҙең халыҡ музыкаһын өйрәнгәндә индерелә, һуңынан Л.Н.Лебединский тарафынан Ҡ.к. башҡ. халыҡ йырҙары — оҙон көй стиле м‑н сағыштырыу маҡсатында ҡулланыла. Ҡ.к. етеҙ темп, әүҙем ритмика һәм музыкаль өлөштәрҙең тигеҙ сиратлашыуы, көй һәм метроритмика төҙөлөшөнөң квадратлылығы хас. Ҡ.к. бейеү һәм уйын таҡмаҡтары, инструменталь көйҙәр, эпик, йола, бейеү характерындағы лирик йырҙар (“Алты егет”, “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”, “Зарифа”, “Ирәндек”, “Йыуаса”, “Ҡара юрға”, “Ҡарабай”, “Наза”, “Ялсығол” һ.б.), байтаҡ зимагор һәм рекрут йырҙары инә. Ҡ.к. тәүге өлгөләре Рыбаков тарафынан “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтырыла.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

Л.Ҡ.Сәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке