ЛЮМИНЕСЦЕНТ АНАЛИЗ, анализлауҙың люминесценцияға нигеҙләнгән ысулдары йыйылмаһы. Люминесценцияны визуаль, фотоһүрәткә төшөрөп йәки фотоэлектрик юл м‑н спектрограф, фотометр, спектрофлюориметр ярҙамында теркәйҙәр.

Сифатлы һәм һан б‑са Л.а. айырыла. Сифатлы Л.а. ваҡытында ҡатнашмаларҙа, ш. иҫ. түбән т‑раларҙа һәм ҡуйы эретмәләрҙә (майҙарҙа), булған люминесценциялаусы матдәнең бик аҙ миҡдарын табалар һәм идентификациялайҙар, матдәләрҙең спектрында энергия бүленеүҙе тикшерәләр. Люминесценцияланмай торған матдәләрҙе уларҙың химик тәьҫир итешеү продукттары люминесценцияһы б‑са билдәләйҙәр. Сифатлы Л.а. бер төрө — сортлап анализлау, тикшерелгән объекттарҙың ғәҙәти яҡтылыҡта күренмәгән айырмаларын табырға мөмкинлек бирә, быялаларҙың, а.х. продукцияһының сортын һәм сифатын билдәләү, тау тоҡомдарындағы минералдарҙы, төрлө изделиеларҙың өҫкө йөҙөндәге һәм үтәнән‑үтә дефекттарын билдәләү өсөн, криминалистикала һ.б. файҙаланыла. Һан б‑са Л.а. люминесценцияның интенсивлығы люминесценциялаусы матдәнең миҡдарына бәйле булыуына нигеҙләнгән.

Фосфоресцент, фото‑ һәм хемилюминесцент, флуоресцент анализдарҙы айыралар. Триггер тип йөрөтөлгән диоксетандар файҙаланып башҡарылған хемилюминесцент анализ биологик актив матдәләр барлығын билдәләү сиктәрен 10¬16 моль/л тиклем кәметергә мөмкинлек бирә. Уранды, лантаноидтарҙы һәм күсеүсе элементтарҙы уларҙың үҙ люминесценцияһы б‑са ҙур селективлыҡ м‑н билдәләйҙәр, уларҙың спектрҙары үҙҙәренә генә хас структуралы була. Лазер м‑н ҡуҙғатыуҙы, ш. иҫ. күп тапҡыр ҡуҙғатыуҙы, ҡулланғанда (ҡара: Лазер) ҡайһы бер элементтарҙың барлығын билдәләү сиктәре кәмей. Матдәләрҙең (порфириндар, витаминдар, антибиотиктар, хлорофилдар һ.б.) миҡдарын уларға ғына хас һыҙаттар булған спектрҙар б‑са билдәләү ысулдары табыла. 77 К тиклем һыуытылған һәм туңдырылған эретмәләрҙә байтаҡ ароматик берләшмәләрҙең характерлы спектрҙары (Шпольский спектрҙары) күҙәтелә, улар юғары дәрәжәләге ышаныслылыҡ м‑н күп берләшмәләрҙе, ш. иҫ. канцерогендарҙы (бензпирен, хризен һ.б.) идентификациялауға мөмкинлек бирә. Л.а. антиесемдәрҙе, гормондарҙы, дарыу препараттарын, антиген‑антиесем комплексы концентрацияһы б‑са вирус һәм бактериаль антигендарҙы билдәләү өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда Геология институтында минералдарҙағы углеводород ҡушылдыҡтарының люминесцент диагностикаһы ҡулланылған.

Органик химия институтында ультра аҙ миҡдарҙағы (10-15 молгә тиклем) уран берләшмәләренең хемилюминесцент анализ ысулы уйлап табылған. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда һәм Органик химия ин‑тында люминесценция хроматографик анализ м‑н бергә ҡулланыла. Органик химия ин‑тында Кардиология диспансеры м‑н берлектә ҡанда аденозинтрифосфор к‑таһы барлығын (10-12 моль/л тиклем) хемилюминесцент билдәләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Респ. клиник дауаханаһында һәм Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда ҡанда нейромедиаторҙар (катехоламиндар — адреналин, дофамин һ.б.) барлығының Л.а. үткәрелә. “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһы тау тоҡомдары (керн, шлам) өлгөләрендә органик матдәләрҙең битумоидтарын экспресс‑анализлау өсөн ЛУ‑1 маркалы люминесцент ҡоролма сығара.

В.П.Казаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика