ЛЮБУШКИН Виктор Васильевич (23.10.1913, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Айҙарәле приискыһы ҡсб, хәҙ. Ырымбур өлк. Кваркен р‑ны Айҙарәле ҡсб, — 1.2.1983, Учалы ҡ.), совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. Баймаҡ тау‑металлургия техникумын тамамлаған (1936). 1931 й. алып геол. разведка идаралығының (Баймаҡ эшселәр ҡасабаһы) быраулау мастеры, 1936 й. — Сибай руднигында тау эштәре мөдире, шахта идаралығының техник етәксеһе, 1942 й. — ВКП(б)‑ның Баймаҡ район ком‑ты инструкторы, 1943 й. — секретары, 1948 й. — ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑тының бүлек мөдире, 1955 й. — КПСС Сибай ҡала ком‑тының 1‑се секретары; 1961 й. башлап Башҡ‑н ХХС‑ының, 1963 й. — Урта Волга ХХС‑ының Төҫлө металлургия идаралығы нач., 1966—74 йй. Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑ты директоры. Л. етәкс. БАССР‑ҙың алтын табыу сәнәғәте, Баймаҡ рудник идаралығы, Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты үҫеш ала. БАССР ЮС‑ының 3—6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1956), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1970), “Почёт Билдәһе” (1961, 1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

П.И.Пирожок

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Яндекс.Метрика