ЛЮБОВИЦКИЙ Владимир Альфредович (4.1.1964, Көңгөр ҡ.), спортсы. Бобслей б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1991), Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2010). ӨАИ‑ны тамамлаған (1986). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренеры В.Ш.Чанбарисов). Донъя кубогы этабының (1991) 4 һәм РСФСР чемпионатының (1987) 2 урынлы бобслей саналарында көмөш призёры. Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионатының бронза призёры (1988). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992). СССР (1985—91), БДБ (1992) йыйылма командалары ағзаһы. 2007 й. алып һәм 2010 й. башлап Рәсәйҙең Бобслей һәм скелетон федерацияһының Баш тренер советы рәйесе, 2008—10 йй. бобслей һәм скелетон б‑са Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика