ЛЮБИМОВ Борис Фёдорович (9.2. 1927, Новгород губ. Селищенские Казармы а. – 2.10.2013, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. төҙөүсеһе. 1942—45 йй. 26‑сы Дәүләт союз з-дында (Өфө), 1949 й. башлап ЭЭМ-дың 18‑се төҙөлөш идаралығында (Ишембай ҡ.), 1950 й. – Салауат ағас эшкәртеү з‑дында эшләй: цех нач., 1952—54 йй. һәм 1955 й. алып баш инженер, 1956 й. — производство‑техника бүлеге нач., 1957 й. — контора нач., 1960 й. — дир.; 1962—69 йй. (өҙөклөк м-н) “Салаватстрой” тресының партия ком-ты секретары, 1966—67 йй. Салауат тимер-бетон з‑ды директоры. 1969 й. алып Өфөлә: “Башстройдеталь” ПБ дир., 1987 й. алып “Башстройкомплект” тресында бүлек нач., 1989 й. — “Башстрой” берекмәһендә, 1991 й. — “Роника” сауҙа йортоноң Өфө филиалында, 1993 й. — “Восток-Трейдинг” ЯСЙ-ның ген. дир. урынбаҫары, 1994 й. алып БР Архитекторҙар  союзы дир., 2001—10 йй. башҡарма директоры. Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1965, 1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика