АЛЫҪЛЫҠТЫ ҮЛСӘГЕС, объектҡа тиклем араны контактһыҙ (уға теймәйенсә тороп) билдәләү өсөн ҡоролма. Эшләү принцибына ҡарап оптик (алыҫлыҡты үлсәү билдәле булған нигеҙе һәм уға ҡаршы ятҡан мөйөшө б‑са тура мөйөшлө өсмөйөштө сығарыуға ҡайтып ҡала); акустик, радиотулҡынлы, электрооптик (ебәрелгән һәм, объекттан сағылып, әйләнеп ҡайтҡан сигналдар араһындағы ваҡыт араларын үлсәү һөҙөмтәләре б‑са күрһәткестәр бирә); ваҡыт араларын билдәләү ысулына ҡарап фазалы (улар юғары аныҡлыҡ бирә) һәм импульслы А.ү. айыралар. Хәҙерге заман А.ү. нурланыш сығанағы хеҙмәтен лазер үтәй. А.ү. геодезияла (ш. иҫ. йыһан геодезияһында), хәрби эштә, астрономияла, машиналар эшләүҙә, төҙөлөштә, медицинала һ.б. ҡулланыла. 1987 й. Өфө авиация ин‑тында (ҡара: Авиация техник университеты) Р.М.Ғәлиулин етәкс. лазер А.ү. (яҡтылыҡлы А.ү.) һәм уларҙың базаһында ҡатмарлы формалы сәнәғәт әйберҙәренең (газ турбиналы двигатель көрәксәләре, инструменттар, торба һәм муфталар һыры, электродтар, штамптар, калибрҙар һ.б.) геометрияһын юғары аныҡлыҡ һәм етештереүсәнлек м‑н үлсәү өсөн автоматлаштырылған “ОПТЭЛ” системаһы уйлап табыла. Был система өсөн төҙөлгән программалар үлсәүҙәрҙең һөҙөмтәләрен компьютерҙағы мәғлүмәттәр базаһында эшкәртергә, сағылдырырға һәм теркәргә мөмкинлек бирә. Системалар БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә сәнәғәттең авиация, машиналар эшләү тармаҡтары пр‑тиеларында файҙаланыла. Улар нигеҙендә 1991 й. “ОПТЭЛ” ғилми‑индереү пр‑тиеһында (Өфө) лазер А.ү. һәм төрлө системаларҙы (ш. иҫ. “ОПТЭЛ”) сериялы етештереү башлана.

Әҙәб.: Галиулин Р.М. Гамма оптоэлектронных контрольно‑измерительных систем технического зрения. 4‑е изд. Уфа, 1995.

Р.М.Ғәлиулин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018