ҠЫРЫП ЭШКӘРТЕҮ, ҡ а й р а у, әйләнеш есеме формаһындағы деталдәрҙең өҫтөн ҡырҡыу юлы м‑н эшҒ. кәртеү. Ҡ.э. төрҙәре: тышҡы йөҙҙәрҙе ҡырып алыу, тишектәрҙе киңәйтеү, бурсалар киҫеү, канауҙар уйыу, тышҡы һәм эске һырҙар яһау (ҡара: Һырҙарҙы эшкәртеү), ҡырҡыу һ.б. Күсәр, тығын, дискы, ҡулса, муфта, фланецтар һ.б. яһау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда эшкәртеүе ҡыйын булған конструкция материалдарын Ҡ.э. режимдарын оптимизациялау өлкәһендә тикшеренеүҙәр 1965—80 йй. ӨАИ‑ла үткәрелә (А.Д.Макаров, В.С.Мухин, В.М.Кишуров һ.б.).

Ф.Ш.Шәрифйәнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.