ЛЮБАВСКИЙ Матвей Кузьмич (1.8. 1860, Рязань губ. Оло Можар а. — 22.11.1936, Өфө), тарихсы. СССР ФА акад. (1929), тарих ф. д‑ры (1900), проф. (1901). Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1882), 1901 й. алып шунда уҡ рус тарихы каф. мөдире (1911 й. башлап ректоры). 1918 й. алып өлкә архив идаралығы, 1920—30 йй. тарих архивының боронғо ҡомартҡыларҙы һаҡлағысы мөдире; бер үк ваҡытта 1887—1907 йй. ҡыҙ балалар гимназияһында, 1902—18 йй. Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында (бөтәһе лә — Мәскәү) уҡыта. 1931—34 йй. Милли мәҙәниәт институты ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостанды колониялаштырыу, башҡорттарҙа ер биләүтарихына, башҡорт ихтилалдарына (17—18 бб.) арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. “XVII — XVIII бб. башҡорт ихтилалдары очерктары” (“Очерки башкирских восстаний в XVII — XVIII вв.”), “XVII, XVIII һәм XIX бб. башҡорттарҙа ер биләү һәм файҙаланыу тарихы буйынса очерк” (“Очерк по истории башкирского землевладения и землепользования в XVII, XVIII и XIX вв.”), “XVII—XVIII бб. аҫаба башҡорттар һәм уларҙың керҙәштәре” (“Вотчинники-башкиры и их припущенники в XVII—XVIII вв.”) китаптары авторы. 1930 й. репрессиялана, 1935 й. азат ителә. 1967 й. аҡлана. Өфөлә ТТӘИ бинаһына Л. хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2006).

Хеҙм.: Обзор истории русской колонизации с древнейших времён до начала XX века. М., 1996.

Әҙәб.: Тольц В.С. Материалы М.К.Любавского по истории Башкирии //Из истории феодализма и капитализма в Башкирии. Уфа, 1971; Буканова Р.Г., Фешкин В.Н. Башкиры в трудах русских учёных и исследователей. Уфа, 2007.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Г.У.Казина

Яндекс.Метрика