ҠЫРЫМ-ҺАРАЙ, ауыл, 1969—77 йй. һәм 90‑сы йй. башынан Нефтекама ҡ. составында, Ташкин а/с ҡарай. Нефтекама ҡ. һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Ҡайынлыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 356 кеше; 1920 — 313; 1939 — 365; 1959 — 361; 1989 — 256; 2002 — 244; 2010 — 273 кеше. Башҡорттар, мариҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1748 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1795 й. 50 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 42 йортта 246 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ башҡа милләттәр өсөн мәктәп теркәлгән. 1969 й. Ҡалтасы р‑нының Ташкин а/с, 90‑сы йй. башында Краснокама р‑нының Ташкин а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке