ҠАРА АЛАБУТА (Atriplex), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 250‑гә яҡын төрө билдәле, Ер шарының уртаса һәм субтропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 12 төрө үҫә. Бер өйлө, һирәк осраҡта ике өйлө бер йыллыҡ үлән (ялтыр А., оҙонъяпраҡ А.) һәм ярым ҡыуаҡлыҡ (ялман ҡолаҡ А., һоро А., йәки кокпек). Һабағы төҙ, ботаҡлы, бейеклеге 15— 150 см. Япрағы һаплы, сиратлы, аҫтағылары йыш ҡына айырсалы, ҡыяҡ, бысаҡ, өсмөйөш рәүешендә, бөтөн, һирәк осраҡта — ҡауырһын һымаҡ ҡапма ҡаршы урынлашҡан. Сәскәһе ваҡ, төҫһөҙ, ғәҙәттә бер енесле; һеркәслеләре — төптән ҡушылып үҫкән 3—5 ваҡ япраҡлы сәскә эргәлеге м‑н, емешлеклеләре — сәскә эргәлекһеҙ, сәскә яны япраҡтары м‑н, ҡайһы берҙә сәскә эргәлеге м‑н уратылған. Сәскәһе — өҫкө өлөшөндә йәки өҫкө өлөшөндә һәм ҡуйында һепертке, һирәк башаҡ һымаҡ сәскәлек барлыҡҡа килтергән бәләкәй йомғаҡ. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше бер орлоҡло, асылмай торған ярылы емешлек эргәлеге м‑н. А. күп төрҙәре респ. бөтә терр‑яһында таралған; шыма А., ваҡсәскә А., яр А. һ.б. күберәк көньяҡ райондарҙың татырлыҡтарында һәм тоҙло тупраҡлы ерҙәрендә осрай. Алкалоидтар, сапониндар, флавоноидтары булған яр А., йәйпәк А., татар А. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Баҡса А. — декоратив һәм баллы үҫемлек. Ялтыр А., тармаҡлы А., татар А. — яҙғы иген һәм аралыҡлы культуралар сәсеүлеген ҡыйлай торған рудераль һәм сегеталь үҫемлектәр, уларҙы мал аҙығы итеп файҙаланалар. Орлоҡтан үрсей (бер үҫемлектә тупраҡта 3—4 йыл йәшәүгә һәләтле 1000—7500 орлоҡ барлыҡҡа килә). Көрәш ысулдары: сәсеү әйләнешенең алмаш уңдырышлылығын үҙләштереү, үҫтерәсәк культураларҙың орлоҡтарын таҙартыу, тотош һәм рәт араларын культивациялау, тәрән һөрөү, гербицидтар ҡулланыу һ.б. Шулай уҡ ҡара: Үҫемлектәрҙе һаҡлау.

Әҙәб.: Фисюнов А.В. Сорные растения. М., 1984; Захаренко А.В., Кираев Р.С. Регулирование взаимоотношений культурных и сорных растений в агрофитоценозах. Уфа, 2000.

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке