ЛЭХИ Ричард Томас (20.2.1939, С.‑Петербург ҡ., Флорида, АҠШ), физик. Философия д‑ры (1971), проф. (1989). БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1995). Диңгеҙ‑сауҙа акад. (Бруклин ҡ., 1961), Ренсселаер политехник ин‑тын (Трой ҡ., 1964), Колумбия ун‑тын (Нью‑Йорк ҡ., 1966), Стэнфорд ин‑тын (1971; бөтәһе лә — АҠШ) тамамлаған. 1961—64 йй. Ноллс атом энергетикаһы лаб., 1966 й. алып “Дженерал Электрик” компанияһында, 1975 й. — Ренсселаер политехник ин‑тында: ядро фәне һәм техникаһы ф‑ты рәйесе, 1991 й. — Күп фазалы тикшеренеүҙәр үҙәге дир., 1994—97 йй. Инженерлыҡ ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге атом реакторҙарының термогидравликаһына, ике фазалы турбулентлыҡ проблемаларына, ҡыуыҡлы сонолюминесценцияға, соносинтезға һәм күп фазалы ағымдар механикаһына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Р.И.Ниғмәтуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика