ЛЭНГДОН Теренс (24.1.1939, Троубридж ҡ., Бөйөк Британия), физик. Физика ф. д‑ры (1980), проф. (1976). РФА‑ның почётлы д‑ры (2003), Бөйөк Британияның Король инженерлыҡ ФА ағзаһы (2002), БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1991). Бристоль (1961), Лондон (1965) ун‑ттарын тамамлаған. 1965 й. алып АҠШ‑та эшләй: Калифорния ун‑тында (Беркли ҡ.), 1967 й. башлап “Ҡорос” корпорацияһында (Монровилль ҡ.). 1968 й. алып Кембридж ун‑тында, 1969 й. — Британия Колумбияһы ун‑тында (Ванкувер ҡ., Канада), 1971 й. — Көньяҡ Калифорния ун‑тында (Лос‑Анджелес ҡ., АҠШ), бер үк ваҡытта 2006 й. башлап Саутхемптон ун‑тының (Бөйөк Британия) Наноструктур материалдар үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге металдарҙа, керамикала һ.б. үтә һығылмалылыҡ проблемаларына арналған. Л. тарафынан күләмле наноструктур материалдар эшкәртеүҙең физикаһы һәм технологияһы тикшерелә. 800‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Р.З.Вәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика