ҠЫРЫМҒУЖИН Ғилметдин Сәйфетдин улы (1.6.1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Иҫке Иләс а., хәҙ. БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Иләс а., — 1.2.1991, БССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Япарһаҙ а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1940 й. алып Хәйбулла р‑нында эшләй: “Яңы Юл" к‑зында, 1943—51 йй. МТС‑тың трактор бригадаһы бригадиры, 1952 й. башлап 13‑сө механизация уч‑щеһының производствоға өйрәтеү мастеры. 1954 й. алып Йылайыр р‑нының “Башҡорт” с‑зында эшләй: 1972 й. тиклем һәм 1977—90 йй. трактор бригадаһы бригадиры, 1972—77 йй. бүлек идарасыһы. Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшкән: иген культуралары уңдырышлылығы 21 ц/га тәшкил иткән (1966—70). БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1957, 1971). Ҡ. исеме м‑н БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Япарһаҙ һәм Матрай аа. урам аталған.

Әҙәб.: Каплин В. Пшеничное поле //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973; Крымгужин Г.С. //Герои труда. Уфа, 2011.

И.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.