ҠЫРЫМ ТАТАРҘАРЫ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Украинаның (Херсон өлк.), Үзбәкстандың ҡайһы бер райондарында, ш. уҡ Болгарияла, Грузияла, Дағстанда, Румынияла, РФ‑та (Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, Ҡырым), Төркиәлә, Әзербайжанда таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 272 меңгә яҡын кеше (1995). БР‑ҙа 11 мең кеше Ҡ.т.т. белә (2010). Ҡумыҡ теленә яҡын. Боронғо ҡыпсаҡ ҡәбиләләре (ҡара: Ҡыпсаҡтар) теленә барып тоташа. Ҡ.т.т. ялан, урта һәм көньяҡ диалекттарын айырып йөрөтәләр. Әҙәби теле 20 б. 20—30‑сы йй. урта диалект нигеҙендә формалаша.

Ҡ.т.т. фонетик үҙенсәлектәре: ҡылымдарҙағы ‑ма/‑ме юҡлыҡ аффикстары һәм унан һуң килгән ижектәр баҫымһыҙ була, сағ.: ҡырым татарҙары телендә “эвленмесе” — башҡортса “өйләнмәһә” һәм “өйләнмәһә”, “кельмеди” — “килмәне” һәм “килмәне” һ.б.; һуҙынҡыларҙың ҡушылыуы һөҙөмтәһендә икенсел оҙон һуҙынҡылар барлыҡҡа килә, мәҫ.: “арабагъа” — “араба” араб[а] һ.б. Морфологияһы өсөн күплекте айырыуҙы аңлатҡан эйәлек алмаштарының ҡулланылыуы хас, сағ.: ҡырым татарҙарында “бизлер” — башҡортса “беҙ”, “сизлер” — “һеҙ” һ.б.; киләсәк замандағы ‑аджакъ формаһындағы сифат ҡылымдары башҡ. телендәге -асаҡ формаһына тап килә, сағ.: ҡырым татарҙарында “азырленеджек аш” — башҡортса “әҙерләнәсәк аш” һ.б.

Тел лексикаһында грек һәм итальян телдәренән, ш. уҡ ғәрәп теленән, иран теленән, монгол теленән, урыҫ теленән, украин теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр күп. Башҡа күп төрки телдәрҙәге һымаҡ, Ҡ.т.т. синтаксисында ла ҡылымдың, сифат ҡылымдың һәм хәл ҡылымдың ҡатмарлы формалары м‑н яһалған конструкциялар; ябай һәм ҡушма һөйләм компоненттарының теркәүес м‑н бәйләнеүе күҙәтелә. 1929 й. тиклем ғәрәп яҙмаһын, һуңынан латин алфавитын, 1938 й. алып кириллица (37 хәрефтән тора) ҡулланып яҙалар; 1997 й. латин графикаһы нигеҙендә 31 хәрефтән торған яңы алфавит эшләнә.

Әҙәб.: Б а с к а к о в Н.А. Тюркские языки. М., 1960; С е в о р т я н Э.В. Крымско-татарский язык //Языки народов СССР. В 5 т. Т.2. М., 1966.

 

Ғ.Д.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке