АЛЫМОВ Алексей Михайлович (18.3.1923, Орёл губ. Маслов а. — 22.2.2009, БР-ҙың Өфө р-ны Михайловка а.), Советтар Союзы Геройы (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур пед. ин‑тын тамамлаған (1967). 1943 й. окт. алып 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө Удар армия 379‑сы уҡсылар див. 1225‑се уҡсылар полкының отделение ком. кесе сержант А. 1944 й. 16 июлендә Псков өлк. Янчев а. эргәһендәге һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. демобилизациялана. 1947—76 йй. Иглин р‑ны Урман киске (сменалы) урта мәктәбе уҡытыусыһы, дир., Өфө р‑ны Михайловка урта мәктәбе дир. булып эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.