ҠАРА АБЫҘ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Ҡара Абыҙ ҡаласығы исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Ҡ.А.м. ҡомартҡылары (30‑ға яҡын) Ағиҙел й. үҙәк ағымы басс. тупланған [Биктимер археологик комплексы, Бөрө ҡаласығы, Нуғай ҡаласыҡтары, Охлебинин археологик комплексы, Өфө ҡәберлеге, Табын ҡаласығы, Шайтан ҡаласығы, Шипов археологик комплексы һ.б.]. Торамалар ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан ҡаласыҡтарҙан һәм тораҡтарҙан ғибәрәт.

Керамика муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк баҫылған, һырҙар, һирәгерәк өсмөйөштәр һәм кәкерсәктәр м‑н биҙәлгән, көршәк йәки туҫтаҡ рәүешендәге түңәрәк төплө һауыттарҙан тора. Ғафури (ҡыҫҡа муйынлы, кәкерсәктәр, ҡыя һыҙыҡтар, өсмөйөштәр м‑н биҙәлгән, көршәк рәүешендәге түңәрәк йәки яҫы төплө һауыттар) һәм Убалар (йыш ҡына муйыны ҡорһаҡҡа тоташҡан урында киртләсле, һырлы кәкерсәктәр, кәкерсәктәр, ҡыя һыҙыҡтар, һырҙар, өсмөйөштәр м‑н биҙәлгән, туҫтаҡ рәүешендәге йоҡа тышлы йәйенке төплө һауыттар) тибындағы керамика айырым төркөмгә бүленә. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр, ҡурған аҫты ҡәберҙәре лә осрай. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында (ҡайһы осраҡта стеналары таш м‑н йөҙләнгән) салҡан һалып, ҡабыҡҡа төрөп, аяҡтары м‑н йылғаға ҡаратып йәки башы м‑н йылға ағымына йүнәлтеп ерләнгән. Ҡәбергә йола аҙығы һалынған балсыҡ көршәктәр ҡуйылған (ваҡ мал һәм сусҡа һөйәктәре табылған). Ирҙәр ҡәберендә ҡорал (һаҙаҡтар, бронза, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, тимер һөңгө остары, бер йөҙлө хәнйәрҙәр һәм ҡылыстар), ат егеү кәрәк‑ярағы (йүгән өсөн бронза биҙәүестәр, тимер, һөйәк ауыҙлыҡ), ҡатын-ҡыҙҙыҡында — биҙәнеү әйберҙәре (бронза беләҙектәр, билбау сулпылары, ҙур тәңкә рәүешендәге элмәктәр, ат баштары төшөрөлгән тәңкәләр, муйын ҡулсаһы, бронза һәм алтын сикә сулпылары, күн билбауҙар, таш һәм быяла мәрйендәрҙән эшләнгән муйынсаҡтар) табылған.

Ағиҙел й. уң ярындағы урманлы райондарҙа формалашҡан. Халҡы Урал аръяғынан күсеп килгән халыҡтар ҡатнашлығында Ананьин мәҙәниәте ҡәбиләләре нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Малсылыҡ һәм игенселек төп хужалыҡ тармаҡтары булған. Һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ ярҙамсы урын тотҡан. Ҡ.А.м. халҡы Пьяный Бор мәҙәниәте һәм Сармат мәҙәниәте ҡәбиләләре м‑н бәйләнеш тотҡан, Бахмут мәҙәниәте халҡының формалашыу компоненттарының береһе булған. Ҡ.А.м. өйрәнеүселәр: И.М.Аҡбулатов, В.В.Гольмстен, Һ.В.Йосопов, В.В.Овсянников, А.Х. Пшеничнюк, А.В.Шмидт һ.б.

Әҙәб.: П ш е н и ч н ю к А.Х. Кара-абызская культура (население центральной Башкирии на рубеже нашей эры) //Археология и этнография Башкирии. Т.5. Уфа, 1973.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке