ЛЬВОВ МИНОМЁТ ПОЛКЫ, Дәүләт оборона ком‑ты ҡарары м‑н 1943 й. ғин.—мартында Шаҡша т. юл ст. (БАССР) 40‑сы миномёт бригадаһы нигеҙендә ойошторола; 1943 й. июленән 467‑се гвардия миномёт полкы. Полк составына 2 миномёт дивизионы һәм махсус подразделениелар ингән. Юғары баш командование резервында, июндән — Брянск, июлдән — Үҙәк, авг. — Воронеж, окт. — 1‑се Украина фронттарының 3‑сө гвардия танк армияһы составында була. Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1943 й. Орёл, Киев-Фастов, 1944 й. Житомир-Бердичев, Проскуров-Черновцы, Львов-Сандомир, 1945 й. Прага, Түбәнге Силезия, Берлин операцияларында ҡатнаша. 1946 й. 467‑се даими миномёт дивизионы итеп үҙгәртелә. Почётлы “Львов” исеменә лайыҡ була (1944). Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

Полк ком.: майор И.Д.Копин (1943—44), подполк. А.И.Чернявский (1944), майор А.И.Быков (1945).

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика