ҠЫРЫМ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Әбдрәшит а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 122 кеше; 1920 — 259; 1939 — 263; 1959 — 108; 1989 — 582; 2002 — 566; 2010 — 529 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, үҙәк район дауаханаһының психиатрия бүлеге, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1892 й. Бәләбәй өйәҙендә Одинцовтан һатып алынған ерҙәрҙә Һамар губернаһынан күсеп килеүселәр ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Одинцовский булараҡ теркәлгән. 1906 й. урыҫ-эстон мәктәбе булған. 1910—20 йй. утар булараҡ иҫәпкә алынған. 90‑сы йй. Ҡ. м‑н Раевка с‑зының Үҙәк усадьба ҡасабаһы (20‑се йй. нигеҙләнгән) бергә ҡушыла. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.