ҠЫРЫБУЖАН, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ғафури р‑ны буйлап Бискур, Ҡушйылға, Ҡарағаслы һәм Аралыҡ йй. (Еҙем й. басс.) араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км яҡын, киңлеге 2—3 км, абс. бейеклеге 616 м. Рельефында 580—616 м бейеклектәге 6 түбә асыҡ күренә. Көньяҡ өлөшөндә һырттың үҙәге көнсығышҡа ҡарай шыуған. Көнбайыш битләүе текә, таш һибелмәләре бар, көнсығышы — һөҙәк. Төньяҡ өлөшө күп биләндәр һәм уйпатлыҡтар м‑н ҡатмарланған. Инйәр свитаһы ҡомташтары, алевролиттарынан һәм юғары рифейҙың минйәр свитаһы доломиттарынан тора. Ҡ. битләүҙәрендә Ҡушйылға, Бискур йй., Таҡаты й. (Еҙем й. ҡушылдығы) һул ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафтары тау һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы (йүкә, саған һ.б.) урмандарҙан тора.

И.М.Япаров

Тәрж.А.Н.Күсеев

Текст на русском языке