ЛЫСОГОРКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ерекле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Приют т. юл ст. К. табан 37 км алыҫлыҡта Бәләкәй Сиҙәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 56 кеше; 1920 — 264; 1939 — 267; 1959 — 212; 1989 — 163; 2002 — 175; 2010 — 158 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Каменка урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Каменка а. кешеләре Лысогорский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1920 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика