ЛЫСЕНКОВ Алексей Максимович [19.4.1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Константиновка а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 19.3.1945, Гуттамаши а., Венгрия], артиллерист, лейт. (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1938—40 йй. Туймазы р‑нының К.Е.Ворошилов ис. к‑зында эшләй. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Карелия, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы танк армияһы 5‑се гвардия танк корпусы 1458‑се үҙйөрөшлө артиллерия полкының батарея ком. кесе лейт. Л. 1944 й. ғин.—февр. Корсунь-Шевченковский операцияһы барышында күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1944), Александр Невский (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Константиновкала Л. уҡыған мәктәпкә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Илл.: А.М.Лысенков

Яндекс.Метрика