ҠАРА АБЫҘ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 4 б. — б.э. 7 б.археологик ҡомартҡыһы. Благовещен ҡ. көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң    ярында урынлашҡан. Ҡара Абыҙ күле исеме м‑н аталған. 1769—70 йй. Н.П.Рычков тарафынан тасуирлана, 1894 й. Ф.Д.Нефёдов, 1928 й. А.В. Шмидт, 1959 й. Н.А.Мәжитов, 1977 й. В.А.Иванов өйрәнә. Ҡаласыҡ (майҙаны 4000 м2) 2 ур һәм соҡорҙар м‑н һаҡланған. Тышҡы ур таш м‑н нығытылған һәм балсыҡ м‑н һыланған. Керамика Ҡара Абыҙ мәҙәниәте (түңәрәк төплө, ҡыҫҡа муйынлы, муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк һәм һырҙар төшөрөлгән табаҡҡа оҡшаш һауыттар), Бахмут мәҙәниәте (түңәрәк төплө, ҡыҫҡа муйынлы өҫтө тотош бәләкәй генә соҡорло биҙәк м‑н) һауыттарынан тора. Ҡаласыҡта бронза уҡ башаҡтары һәм кельт-балта, балсыҡ һәм таш орсоҡбаштар, тимер бысаҡтар, тире эшкәртеү өсөн һөйәктән яһалған ҡоралдар, мал һөйәктәре, ш. уҡ 15 б. ҡараған урыҫ тәңкәһе табылған. Халҡы малсылыҡ (башлыса һыйыр малы, йылҡы үрсеткәндәр), игенселек, һөйәктән әйберҙәр яһау, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы Ҡара Абыҙ һәм Бахмут мәҙәниәттәре халҡының үҙ-ара йоғонто яһау процесын сағылдыра. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Рычков Н.П. Журнал, или Дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства в 1769 и 1770 году. СПб., 1770; Збруева А.В. История населения Прикамья в ананьинскую эпоху //Материалы и исследования по археологии СССР. М., 1952. №30.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке