ҠЫРТҮТӘЛ, Шаран р‑нындағы ауыл, Ерекле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 376 кеше; 1920 — 393; 1939 — 405; 1959 — 401; 1989 — 272; 2002 — 221; 2010 — 176 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ерекле урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1751 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1783 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мариҙарҙың яңы төркөмө күсеп ултыра. 1795 й. 15 йортта 127 кеше йәшәгән, 1865 й. 30 йортта — 198 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке