АЛЪЯҒЫШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡаҙансы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Алъяғыш й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 153 кеше; 1920 — 159; 1939 — 266; 1959 — 238; 1989 — 132; 2002 — 123; 2010 — 94 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1896 й. (15 йортта 83 кеше йәшәгән) алып билдәле.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке