ЛЫСАК Георгий Николаевич (27.1.1923, Өфө — 16.2.1991, шунда уҡ), агроном. А.х. ф. д‑ры (1978), проф. (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1950) Бүздәк тәж. баҫыуында эшләй, 1956 й. алып Стәрлетамаҡ тәж.‑производство хужалығы, 1960 й. — Баймаҡ тәж.‑производство хужалығы дир., 1966 й. — БНИИСХ‑ла бүлек мөдире. 1971 й. башлап Бөтә Союз тупраҡты эрозиянан һаҡлау ҒТИ‑нда (Курск ҡ.) бүлек мөдире, 1978 й. — Ырымбур политехник ин‑тында (1981 й. алып инженерлыҡ геологияһы, геодезияһы һәм тәбиғәтте һаҡлау каф. мөдире), 1983—89 йй. БАХИ‑ла (1984—88 йй. дөйөм игенселек каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге эрозия процестарын өйрәнеүгә һәм тупраҡты эрозиянан һаҡлау б‑са саралар комплексын эшләүгә арналған. 108 фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), “Почёт Билдәһе” (1963), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Эрозия почв и борьба с ней. Уфа, 1970; Защита почв от эрозии на Южном Урале. Ульяновск; Уфа, 1988.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика