ЛЫКОВ Иван Васильевич (21.7.1916, Һамар губ. Сухой Отрог а. – 14.7.2013, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1974). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Вишер целлюлоза‑ҡағыҙ комб‑тында (Урал өлк.), 1934—37 йй. Силәбе трактор з‑дында эшләй. 1940 й. башлап “Уралсантехмонтаж” тресында (Свердловск ҡ.): мастер, прораб, 1942 й. алып Силәбе идаралығында участка нач., 1947 й. башлап Златоуст, 1948 й. — Түб. Тагил идаралыҡтары нач.; 1949 й. алып “Южуралсантехмонтаж” тресында (Силәбе ҡ.): Новотроицк, 1956 й. башлап Стәрлетамаҡ идаралыҡтары нач.; 1957—78 йй. “Башсантехмонтаж” тресында (Өфө ҡ.) идарасы. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Т.П.Лелюх

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика