ҠЫР-ТЕЛӘҮЛЕ, Шаран р‑нындағы ауыл, Баҙғыя а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 27 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 1388 кеше (Иҫке Теләүле а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 666; 1959 — 412; 1989 — 287; 2002 — 237; 2010 — 190 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Баҙғыя урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Теләүле (хәҙ. Иҫке Теләүле) а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Теләүле булараҡ теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.