ЛУШНИКОВ Леонид Алексеевич (26.8.1929, Урал өлк. Бәләкәй Сайгатка а. – 28.6.2010, Өфө), яҙыусы. Туризм б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1966). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). 1954 й. алып Өфөлә: 1‑се ТЭЦ‑та, 1960—89 йй. Башҡ‑н туристик экскурсия идаралығында эшләй. “Ветлянка” исемле тәүге китабы 1976 й. сыға. “Ҡыҙыл майҙанға ҡасыу” (“Побег на Красную площадь”; 1997), “Аҡ яр” (“Белый берег”; 2004) романдары, “Ялан аша үтеү түгел” (“Не поле перейти”; 1980) “Икенсе һулыш” (“Второе дыхание”; 1982), “Тупһалар” (“Пороги”; 1987) һ.б. повестар авторы. БАССР‑ҙың Туризм федерацияһы рәйесе (1960—89). С.Злобин ис. пр. лауреаты (1999).

Әҫәрҙ.: Синие журавли: повесть. Уфа, 1984; Жаркие перегоны: повесть. Уфа, 1989; След заката: роман. Уфа, 2009.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика