ҠЫРТАН ҺЫМАҠТАР (Onagraceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 25 заты, 700 төрө билдәле, бөтә ер шарында тиерлек таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡтар, ҡыуаҡлыҡтар, һирәк осраҡта ағастар. Башҡортостанда 4 заттан 13 төр үҫә (цирцея, боланут, ҡыртан, ишәк ҡолағы). Күп, һирәгерәк ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары ябай йәки аҙ тармаҡлы, төҙ, төклө. Япраҡтары сиратлы йәки ҡапма‑ҡаршы, һирәгерәк суҡлы, ябай, бөтөн, башлыса ланцет һәм оҙонса‑йомортҡа формаһында, бөтөн ситле йәки киртләсле, ҡойола торған ваҡ япраҡ ҡолаҡсындары м‑н. Сәскәләре төрлө төҫтә, ике енесле (һирәгерәк бер енесле), йышыраҡ 4 өлөшлө, яңғыҙар йәки башаҡ, тәлгәш, һепертке һымаҡ япраҡлы сәскәлектәрҙә урынлашҡан. Бөжәктәр тарафынан, ҡайһы берҙә үҙенән‑үҙе һеркәләнә. Емеше — күп орлоҡло ҡумта, һирәгерәк еләк йәки сәтләүек рәүешендә. Орлоғо тура бәбәкле, эндоспермһыҙ, ел, һыу һәм хайуандар тарафынан таратыла. Һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, һаҙлыҡлы болондарҙа, урман аҡландарында, ҡырҡындыларҙа, үртәндәрҙә (боланут) һәм урмандарҙа (тау ҡыртаны) үҫә. Киң япраҡлы урмандарҙа реликт париж цирцеяһы, дымлы ҡара ылыҫлыларҙа — альп цирцеяһы үҫә. Республиканың көньяғында ишәк ҡолаҡлылар затының ситтән килтерелгән төрҙәре таратыла. Баллы үҫемлектәр (тар япраҡлы боланут, йөнтәҫ ҡыртан), аҙыҡ, мал аҙығы үҫемлектәре (тар япраҡлы боланут), декоратив үҫемлектәр (кларкия, ишәк ҡолағы, тамсы гөлө).

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке