ҠЫРТАН (Epilobium), ҡыртан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, бөтә ер шарында, башлыса уртаса бүлкәттәрҙә таралған. Башҡортостанда 8 төрө үҫә: һаҙ Ҡ., ялбыр Ҡ., тау Ҡ., һеңерле Ҡ., дүрт ҡырлы Ҡ. һ.б. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, бейеклеге 10—150 см. Япраҡтары таҫма йәки таҫма‑ланцет формаһында, тешле, һирәгерәк бөтөн ситле, сиратлы йәки ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан, башлыса ултырма. Сәскәләре ал йәки алһыу күк төҫтә, дүрт өлөшлө, ос тәлгәштәрендә урынлашҡан. Каса япрағының өлөштәре төбөнән берләшкән. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — тар оҙонса дүрт ҡырлы ҡумта, өҫтән аҫҡа табан 4 ҡапҡас м‑н асыла, июль—сент. өлгөрә. Һыу ятҡылыҡтары янында, һаҙлыҡтарҙа, урмандарҙа, ҡайһы берҙә сүпле урындарҙа үҫә, республиканың бөтә терр‑яһында таралған, көньяғында — һирәгерәк. Мал аҙығы үҫемлектәре, ҡайһы бер төрҙәре халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ялбыр Ҡ. — баллы, декоратив үҫемлек.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке