ҠАРЛЫ ФЛАВОЦЕТРАРИЯ (Flavocetraria nivalis), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы тармаҡлы, төҙ, һирәгерәк түшәлеүсән, бейеклеге 4—7 см. Өлөшсәләре 2—8 см оҙонлоҡта, 3—10 мм киңлектә, яҫы йәки бер аҙ улаҡлы, йәшкелт төҫмөрлө аҡһыл һары төҫтә, төбө һорғолт көрән йәки ҡуйы һары, селтәрле- йыйырсыҡлы йәки бер аҙ соҡорло, ҡайһы берҙә изидиялар м‑н. Үҙәге аҡ төҫтә. Апотециялары (һирәк барлыҡҡа килә) таллом өлөшсәләренең осонда үҫешә, нескә ситле асыҡ көрән төҫтәге дискылы. Тау тундраһында төркөм барлыҡҡа килтереп үҫә, Белорет р‑нында (Көньяҡ Урал ҡурсаулығы) осрай. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.Е.Журавлёва

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке