ҠЫРСЫНТАШЛЫҠ, эре киҫәкле кәүшәк ултырма тау тоҡомо. Аралары ҡомло йәки ҡомло‑ҡырсынлы материал м‑н тулған ҡырсынташтарҙан тора. Составы б‑са моно- (бер төрлө ҡырсынташтан), олиго- (2—3 төрлө ҡырсынташтан) һәм полимикт (төрлө составлы ҡырсынташтан); ҡырсынташтарҙың үлсәменә бәйле эре (100—50 мм), уртаса (50—25 мм) һәм ваҡ (25—10 мм) Ҡ. айырыла. Цементланған Ҡ. конгломерат тип атала. Ҡ. юл төҙөлөшөндә файҙаланыла. Башҡортостанда Ҡ. йылға үҙәндәренең аллювиаль ҡатламдарында, Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғының ҡатмаған юра, аҡбур, палеоген һәм неоген ултырма ҡатламдарында үҫешкән.

Әҙәб.: Рухин Л.Б. Основы литологии: учение об осадочных породах. Л., 1961.

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке