АЛФАВИТ (гр. alphabetos), телдең өндәрен билдәләү өсөн ҡабул ителгән һәм билдәле бер тәртиптә урынлаштырылған тамғалар системаһы. Башҡорттар хәрефле яҙма ҡабул ителгәнгә тиклем ырыу тамғаларын файҙалана, уларға боронғо төрки рун яҙмаһы билдәле була. Ислам динен ҡабул итеү м‑н, ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлайҙар. Иҫке төрки телендә ғәрәп графикаһы м‑н яҙылған тарихи ҡомартҡылар — шәжәрәләр, тарихи документтар, әҙәби әҫәрҙәр — 14—15 бб. алып һаҡлана. 1924 й. ғәрәп графикаһы нигеҙендә 33 хәрефтән торған А. раҫлана. 1928 й. башҡ. теле фонетикаһына нығыраҡ тап килгән латин алфавиты нигеҙендә яңы башҡ. А. ҡабул ителә. Урыҫ графикаһы (ҡара: Кириллица) нигеҙендә төҙөлгән, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен билдәләү өсөн өҫтәлмә 9 хәрефе (ғ, ҙ, ҡ, ң, ө, ҫ, ү, һ, ә) булған хәҙ. башҡ. А. 1940 й. алып ҡулланыла һәм 42 хәрефтән тора.

З.Ғ.Ураҡсин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018