ЛУКЬЯНОВ Валериян Михайлович (7.7.1960, ТАССР‑ҙың Алексеевка а.), тренер. Спорт ориентиры б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2002), СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1988). Ю.М.Лукьяновтың ағаһы. ӨАИ‑ны тамамлаған (1983). ӨАИ‑ның спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренеры А.П.Коротков). Хәрбиҙәр араһында СССР чемп. һәм донъя чемп. (икеһе лә — 1990), “Социалистик илдәрҙең Дуҫлыҡ кубогы” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (1988). 1984 й. алып ҡала балалар турбазаһы етәксеһе, 1985—86 йй. “Спартак” ДСО‑һының саңғы базаһы инструкторы, 1994 й. — “Факел” үҫмерҙәр клубында спорт ориентиры түңәрәге етәксеһе, 1995 й. — “Электронефтегаз” спорт клубы дир., 2001 й. — “Спартак” спорт‑һауыҡтырыу комплексы (икеһе лә — Октябрьский ҡ.) директоры. Тәрбиәләнеүселәре араһында В.Г.Глухарёв.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика