ҠЫРМЫҪҠАЛЫ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Сорт һынау, Башҡортостандың көньяҡ урман-дала зонаһы шарттарында иген, ҡуҙаҡлы иген, мал аҙығы культураларының һәм шәкәр сөгөлдөрөнөң юғары уңышлы сорттарын, гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Боҙаяҙ а. урынлашҡан. Сорт агротехникаһы б‑са тәж. үткәрә һәм Дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрында теркәлгән, БР б‑са ҡулланылышҡа индерелгән сорттарҙың орлоғон етештерә. Һөрөнтө еренең майҙаны 139 га (2011). Ҡ.с.һ.у. тәҡдиме б‑са Дәүләт реестрына ужым арышының Памяти Кунакбаева, Чулпан 7; ужым бойҙайының Альбина 45, Башкирская 10, Безенчукская 380, Волжская К; яҙғы йомшаҡ бойҙайҙың Башкирская 26, Башкирская 27, Омская 35, Омская 36, Симбирка, Тулайковская золотистая, Тулайковская 10, Экада 70; яҙғы ҡаты бойҙайҙың Безенчукская 200, Ник; арпаның Марина, Орлан, Т-12, Челябинский 99; һолоноң Спринт 2, Стригунок; борсаҡтың Аксайский усатый 55, Каркур, Памяти Хангильдина, Чишминский 95; шәкәр сөгөлдөрөнөң Геракл, ЛБМС 65, Ивагра, Нансен, Рамонская односемянная 99, ХМ 1820, Ярыса; судан үләненең Чишминская ранняя; сорго-судан гибридының Интенсивный, Чишминский 84; люцернаның Бибинур, Галия, Сарга, Уралочка; көнсығыш кәзә үләненең Гале һ.б. сорттары индерелгән. 2007—11 йй. Ҡ.с.һ.у. уртаса уңдырышлылыҡ (ц/га): Тулайковская золотистая яҙғы бойҙайы — 34,3; Челябинский 99 арпаһы — 43,6; Конкур һолоһо — 59,6; Алёна КВС шәкәр сөгөлдөрө — 663.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке