ЛУКЬЯНОВ Аркадий Викторович (19.10.1959, Өфө), философ. Филос. ф. д‑ры (1994), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1982), 1987 й. алып (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ уҡыта. 1995—96 йй. Ырымбур пед. ун‑тының культурология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге азатлыҡ проблемаһы контексында И.Г.Фихтеның “фән тураһында тәғлимәт”ен ижади реконструкциялауға, хәҙ. Рәсәй йәмғиәтенең рухи ҡапма-ҡаршылыҡтарын, мөхәббәт философияһын өйрәнеүгә арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Философия Иоганна Готлиба Фихте (1762—1814). Оренбург, 1997; Трансцендентальное в морали. Уфа, 2009; Философские идеи Ф.Гёльдерлина и метафора пустоты. Уфа, 2012.

Р.Х.Лоҡманова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика