ҠЫРМЫҪҠАЛЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Казадаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1030 кеше; 1920 — 1439; 1939 — 1220; 1959 — 976; 1989 — 649; 2002 — 603; 2010 — 593 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп (Рощинский урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шул уҡ даруғаның Бәгәнәш‑Мең улусы башҡорттары м‑н төҙөлгән 1712 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп урынлаша, 1756 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө һәм мишәрҙәр, 18 б. аҙ. — мордваларҙан торған дәүләт крәҫтиәндәре күсенә. 1865 й. Ҡ. исеме м‑н 2 ауыл теркәлгән: береһендә 44 йортта 276 кеше йәшәгән (игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр; һыу тирмәне булған), икенсеһендә 40 йортта — 227 кеше (игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище булған). 1906 й. бер Ҡ. ауылы (мәсет, мәҙрәсә, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән), 1920 й. — 1‑се Ҡ. һәм 2‑се Ҡ. (халҡы бергә иҫәпкә алынған), 1939 й. Мордва Ҡ. һәм Татар Ҡ. булған, улар 50‑се йй. уртаһынан хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына. Т.Ф.Сәғитов ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке