“ЛУКОЙЛ”, спидвей б‑са клуб командаһы. 1994 й. Өфөлә “Башҡортостан” спорт‑коммерция үҙәге эргәһендә “ЛУКОЙЛ—Башҡортостан” командаһы булараҡ ойошторола, 1997— 2007 йй. Октябрьский ҡ. “ЛУКОЙЛ– Башҡортостан” проф. спорт‑техник клубының “Л.” командаһы булараҡ эшләй. Парлы уҙыштарҙа “Л.” — Рәсәй чемп. (1997, 1999, 2000), Европа чемпиондары кубоктарының көмөш (2000—01) һәм бронза (1998) призёры, Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры (1998, 2001—06), парлы уҙыштарҙа Рәсәй кубоктарын яулаусы (2003, 2006); үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемп. (2003—04, 2006) һәм парлы уҙыштарҙа Рәсәй кубогын яулаусы (2006). Европаның шәхси чемпионатында еңеүсе — Р.З. Ғафуров (2009); Рәсәйҙең шәхси чемпионаттарында еңеүселәр — Ғафуров (2006, 2009) һәм Д.Р.Ғиззәтуллин (2007—08). Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.М.Мәрҙәншин, М.Л.Старостин, ш. уҡ 15 Рәсәй спорт мастеры. “Л.” м‑н тренерҙар Р.М.Ғәтиәтов, Старостин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. “Л.” — Рәсәй Олимпия ком‑тының “Фэйр‑плей” (“Намыҫлы уйын”, 1999) призын яулаусы.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика