ЛОҠМАНОВА Гөлнур Ишмырҙа ҡыҙы (1.1.1962, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Сиҙәм а.), паразитолог. Мед. ф. д‑ры (2008). БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). И.Х.Һиҙиәтовтың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Респ. балалар клиник дауаханаһында, 1987 й. алып Өфөнөң 33‑сө поликлиникаһында эшләй. 1989 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге кешелә осрай торған паразитар ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү мәсьәләләренә, күп факторлы нәҫел ауырыуҙарыныңгенетик аспекттарына һ.б. арналған. Л. ҡатнашлығында балаларҙа ҡатнаш эхинококкозды күҙаллау ысулдары эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Эхинококкоз печени. Уфа, 2006 (авторҙ.).  

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Яндекс.Метрика