ҠАР ТАҘАРТҠЫС, автомобиль юлдарын, аэродром ҡапламаларын, майҙандарҙы ҡар һәм боҙлауыҡтан таҙартыу ҡоролмаһы. Һабанлы, щёткалы, фрезерлы (роторлы) Ҡ.т. һәм реактив двигателдәр ағымының йылылыҡ һәм газ‑динамик энергияһы файҙаланылған Ҡ.т. айырыла. Ҡ.т. автомобиль шассиларына йәки махсус шассиларға (мәҫ., трактор шассийына) ҡуйыла.

1990—92 йй. “Мотор” ҒПП‑нда (В.С.Дьяконов, Л.В.Лазунов) аэродром ҡапламаларын таҙартыу өсөн ТМ‑59МГ йылылыҡ машинаһы уйлап табыла, ул эшкәртелә торған йөҙгә эҫе газ ағымын (т‑раһы 100°С юғары) мөйөш яһап йүнәлтеүсе яҫы сығарыу ҡоролмаһы булған Т‑59 тракторының ике тәгәрмәсле шасси‑тағылмаһына ҡуйылған Р‑95ТМ авиация двигателе булып тора. Таҙартыу 100 м/с ашыу тиҙлектә йылылыҡтың һәм һауа ағымының бер үк ваҡытта тәьҫир итеүе м‑н башҡарыла.

1993—2005 йй. “Башсельмаш” ААЙ‑нда, 2008—12 йй. “Промтехоборудование” ЯСЙ‑нда (Нефтекама ҡ.) юлдарҙы яңы яуған һәм ятҡан ҡарҙан таҙартыу, юлдарҙан бульдозерҙар һәм һабанлы Ҡ.т. эшләгәндә өйөлгән ҡарҙы алыу, сиҙәм ҡарҙа юл ярыу өсөн МТЗ‑80/82 тракторҙарының алдына элмәле шнек- роторлы механик СШР‑2,0П һәм артына элмәле СШ‑2,0 Ҡ.т.; дөйөм файҙаланыу юлдарын таҙартҡан ваҡытта ҡарҙы кәрәк йүнәлештә ырғытыу өсөн Т‑150К тракторының артына элмәле СШР‑2,6 Ҡ.т. сығарыла.

2011 й. алып “Автосбыт” ЯСЙ (Нефтекама) һ.б. тарафынан шнек‑роторлы механик Ҡ.т. етештерелә.

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке