ҠАПТЫРМА, ырғаҡлы һәм элмәкле 2—3 таралғынан торған традицион биҙәүес. Ҡайһы ваҡыт сулпы ҡуйылған. Таралғылар тура дүртмөйөш, овал, ромб, япраҡ формаһында, түңәрәк йәки сәскә рәүешендә булған. Ҡ. үҫемлек биҙәктәре (ҡара: Орнамент), ғәрәп яҙмаһы м‑н биҙәлгән, төрлө аҫыл таштарҙан (аҡыҡ, ынйы, фирүзә), төҫлө быяланан ҡаш ҡуйылған. Биҙәктәр гравёрлау, сүкеү, ҡарайтыу, семәрләү, штамплау, көмөш йәки алтын ялатыу ысулдары м‑н төшөрөлгән. Ҡ. елән, камзулдарҙы беркетеү һәм биҙәү өсөн файҙаланылған, беләҙек, ҡашмау, ҡәмәр һәм муйынсаҡтарға ҡуйылған. Башҡортостандың төньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ- көнбайыш төбәктәрендә уҡа һәм балдаҡ, төрлө ҙурлыҡтағы таралғы һәм медальондарҙан яһалып, оҙон сулпылы таралғы м‑н биҙәлгән, киң бәрхәт йәки буҫтау таҫма рәүешендәге муйынға тағып йөрөтмәле үҙенсәлекле Ҡ. (муйын ҡаптырма, яҡа сылбыры) яһағандар. Муйын Ҡ. татарҙарҙа ла булған; Ҡ.‑элмәктәр күп кенә Көнсығыш халыҡтарында ҡулланылған. 

С.Н.Шитова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке