ЛУГОВОЙ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Прорва й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 331 кеше; 1989 — 164; 2002 — 121; 2010 — 126 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1949 й. ҡом‑ҡырсын карьеры эшкәртелә башлағандан һуң БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Ишембай карьеры ҡасабаһы күскенселәре Аҡкүл карьеры ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика