• Печать

ҠАПЛАМ АҪТЫНДАҒЫ СӘСЕҮЛЕКТӘР, төп (ҡаплаған) культура м‑н бер үк майҙанда бер йәки күберәк а.х. культураһын сәсеү. Ҡ.а.с. сәсеү майҙанын, тупраҡ дымын һәм туҡлыҡлы матдәләрҙе маҡсатҡа ярашлыраҡ итеп ҡулланырға, бер участканан 2 тапҡыр уңыш алырға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда дым етерлек булған райондарҙа һәм һуғарыулы игенселектә ҡулланыла. Ҡаплам аҫтына күп йыллыҡ (арыш  баш, клевер, люцерна һ.б.), бер йыллыҡ (йөнтәҫ кәрешкә, судан үләне, ужым рапсы һ.б.) һәм ике йыллыҡ (ҡандала үләне) үҫемлектәр сәселә. Ҡаплам аҫтындағы культуралар вегетацияның 1‑се ярт. күләгәгә бирешмәй һәм төп культураның үҫеүенә ҡамасауламай. Улар ҡаплаған культуралар, ғәҙәттә, иген культуралары (арпа, бойҙай, һоло һ.б.) м‑н бер үк ваҡытта, йәки һуңыраҡ ҡатнаш (иген‑үлән сәскестәре м‑н) йәки айырым (ҡаплаған культуранан һуң, уның рәттәре буйлап йәки рәттәренә арҡыры сәсәләр) ысул м‑н сәселә. Ҡ.а.с. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (Х.М.Баймиев, И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, В.А.Михеев, Ә.В.Яфаев һ.б.) үткәрелә.

Әҙәб.: Надежкин С.Н., Кузнецов И.Ю., Баймиев Х.М. Клевер луговой. Уфа, 2006.

И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин

Тәрж. Г.А.Миһранова