ЛУБЫШЕВ Фёдор Владимирович (9.7.1945, Бөгөлмә ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1997), проф. (1999). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре математик физика тигеҙләмәләрен һәм оптималь идара итеү мәсьәләләрен сисеүгә, математик модель әҙерләүгә арналған. Л. тарафынан эллиптик һәм параболик типтағы тигеҙләмәләр тасуирлаған процестарға оптималь идара итеүҙең һыҙыҡлы һәм һыҙыҡлы булмаған моделдәренең киң кластары, уларҙың ос үлсәмле айырмалы аппроксимациялары уйлап табыла һәм тикшерелә; тикшеренеү һөҙөмтәләре физик‑химик системаларҙа электр, йылылыҡ, масса күсерелеше процестарын, гальваник эшкәртеү технологияларын һ.б. оптимизациялағанда файҙаланыла. 140 фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Аппроксимация и регуляризация задач оптимального управления системами, описываемыми односторонними граничными задачами для эллиптических уравнений //Журнал вычислительной математики и математической физики. 2001. Т.41. №11 (авторҙ.).

Й.Т.Солтанаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика