ҠАПҠАТАШ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны Лаҡлы а. көнсығышҡа табан 1,3 км алыҫлыҡта Әй й. үҙәненең ҡаялы һул ярында Ыласынташ төбәгендә урынлашҡан. Текә баҫып торған эзбизташ ҡатламынан (ҡалынлығы 2 м яҡын) ғибәрәт аҫҡы өлөшө карст мәмерйәһе емерелеү сәбәпле барлыҡҡа килгән арка (бейеклеге 4 м, киңлеге 4,2 м яҡын). Тирә‑яғындағы ландшафы ҡайын м‑н ҡарағай күп үҫкән ҡатнаш урмандарҙан тора. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән һирәк төрҙәренән Гельм минуарцияһы, ҡыҙыл баҙыҡай үҫә; РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡыҙыл ойошһеркә осрай.

Ә.А.Мулдашев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке