ЛОЩЕНКОВА Римма Хәлиулла ҡыҙы (15.6.1955, Ҡурған өлк. Әлмән а.), педагог‑методист. Филос. ф. канд. (2010), проф. (2011). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2001). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлаған (1977; Л.В.Вәлиев курсы).

1976 й. алып БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тында реж. ассистенты, 1981 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре сәхнә телмәрен уҡытыу методикаһына, ораторлыҡ оҫталығына арналған. А.А.Блок, А.Н.Вертинский, М.И.Цветаева әҫәрҙәре б‑са “Ташлама мине һәм үҙеңә лә саҡырма” (“Не покидай меня и не зови с собой”; 1995, Урыҫ драматеатры), Э.А.Асадов, А.А.Вознесенский, Е.А.Евтушенко әҫәрҙәре б‑са “Донъялағы бар нәмәне һиңә бирәм” (“И всё на свете я отдам тебе”; 1996, Стәрлетамаҡ урыҫ драматеатры), С.Я. Маршактың “Бесәй йорто” — (“Кошкин дом”; 2005, Туймазы татар драматеатры; Т.Н.Хәйбуллина м‑н берлектә) һ.б. әҙәби‑художество программалар авторы һәм режиссёры.

Бик күп бөтә Союз, бөтә Рәсәй, халыҡ‑ара нәфис һүҙ оҫталары конкурстары лауреаттарын, дипломанттарын әҙерләй, улар араһында Х.Ғ.Үтәшев, БР‑ҙың атҡ. артистары С.Н.Басов, З.Х. Хөсәйенова. 20-нән ашыу уҡытыу- методик хеҙмәт авторы. “Халыҡ ижады — Рәсәй профсоюздарының 100 йыллығы айҡанлы” (“Народное творчество — 100‑летию профсоюзов России”) Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты (Өфө, 2005).

Х е ҙ м.: Телмәр өҫтөндә эш: методика һәм практика. Өфө, 1989; Могущество слова: учеб. пособие. Уфа, 2002.

Т.Н.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика