ЛОЩЕНКОВ Анатолий Корнеевич (8.6.1947, Тавда ҡ.) педагог, режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Театрэшмәкәрҙәресоюзыағзаһы (1972). ӨДСИ‑не тамамлаған (1977; Л.В.Вәлиевкурсы). 1965—66 йй., 1969—72 йй. Ирбит драма театры актёры, 1977 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта, 1988 й. башлап театр ф‑ты деканы, 1994 й. – театраль белем биреү б‑са проректор, 1998–99 йй. БР Милли Йәштәр театрының урыҫ труппаһында баш режиссер. Сәнғәт академияһының театр ф‑тына студенттарҙы махсус йыйыуҙы (БР‑ҙың һәм РФ‑тың тәғәйен театрҙарына, БР филармонияһына актёрҙар әҙерләү) ойоштороусы. УрыҫдраматеатрындаЭ.В.Брагинскийҙың “Хыял уйыны” (“Игра воображения”), ӨДСИ‑нең уҡыу театрында И.П.Друцэның “Изгеләрҙән изге” (“Святая святых”), Мольерҙың “Тартюф” һ.б. спектаклдәрен, ш. уҡ концерттар, театрлаштырылған һәм күмәк тамашалар ҡуя. Уҡыусылары араһында И.Г.Агашкова, С.А.Буранбаева, Н.И.Ирсаева, Т.В.Макрушина, И.Ш.Сәйетов, БР‑ҙың атҡ. артисы С.Н.Басов. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1987).

Хеҙм.: Особенности работы режиссёра методом действенного анализа //Основы режиссёрского мастерства: сб. ст. Уфа, 1993.

Т.Н.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика