ЛОШКАРЁВГеннадий Константинович (1.7.1938, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Киләй а.), хәрби инженер, полк. (1982). “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” орд. тулы кавалеры. Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы (1982—84). Төмән хәрби инженерҙар уч‑щеһын (1961), В.В.Куйбышев ис. Хәрби инженерҙар акад. (Мәскәү, 1974) тамамлаған. 1957 й. алып Совет Армияһында. 1961—70 йй. Төмән хәрби инженерҙар уч‑щеһының взвод ком., төркөм нач. ярҙамсыһы, отделение нач. ярҙамсыһы. 1974— 81 йй. Мәскәү хәрби округында 24‑се күнекмә танк див. инженерҙар хеҙмәте нач., Балтик буйы хәрби округында ком. ярҙамсыһы, 9‑сы инженер-сапёр полкы командиры. 1982 й. алып Афғанстанда 40‑сы армияның 45‑се инженер-сапёр полкы командиры. 1984 й. башлап В.В.Куйбышев ис. акад. уҡыта, кафедра нач., ф‑т начальнигы. 1990 й. алып запаста. 1‑се (1984), 2‑се (1981) һәм 3‑сө (1980) дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән.

Е.А.Смирнов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

портрет

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика