ҠАПҠАЕВА Илүзә Эрик ҡыҙы (31.8.1955, ТАССР‑ҙың Мари‑Һыуыҡһыуы а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2005). Журналистар союзы ағзаһы (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1980). 1985 й. алып “Вечерняя Уфа” гәз.: 1999 й. — бүлек мөдире, 2001 й. — баш мөхәррир урынбаҫары, 2008 й. — 1‑се урынбаҫары булып эшләй; бер үк ваҡытта 2007 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта. Респ. мәҙәниәте һәм сәнғәте б‑са мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. (1997), Аҡмулла ис. (2008) пр. лауреаты.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке